Закрыть
Авторизация
Логин:
Пароль:

Забыли пароль?

МАОУ Гимназия №3 имени Джалиля Киекбаева           
городского округа г. Стерлитамак РБ    


Посвящение в гимназисты/БЕҘ ГИМНАЗИСТАР

25 Октября 2021

25 октябрь Жәлил Ғиниәт улы Кейенкбаевтың тыуған көнөндә, йолабыҙҙы һаҡлап, беренсе класс уҡыусыларынгимназистар сафына алыу байрамы үткәрелде.

Уҡыусылар туған телебеҙҙе өйрәнергә, яҡларға, тыуған еребеҙҙе һаҡларға, яратырға, яҡшы уҡырға, тәртипле булырға ант иттеләр. Тантаналы анттан һуң уларға "Гимназист" исеме бирелде һәм танытма тапшырылды.

Мауыҡтырғыс, ҡыҙыҡлы, дәртле мәктәп юлына аяҡ баҫҡан гимназистарыбыҙҙы директорыбыҙ Айгөл Басир ҡыҙы Шаһисолтанова ла ҡотланы: "Бөгөн һеҙ ысын мәғәнәһендә "Гимназист" исеменә лайыҡ булдығыҙ, беренселәр. Бәләкәс дуҫтарығыҙға өлгө, ололарға ярҙамсы һәм яҡшы уҡыусы булығыҙ. Белем тауы һеҙҙе үҙенә әйҙәп, яңынан яңы серҙәрен асһын. Киләсәктә лә уҡытыусыларҙың, атай-әсәйҙәрҙең ышаныстарын аҡлап, гимназист исеменә тап төшөрмәй уҡыуығыҙҙы теләйем!" – тине ул.

Бәләкәй гимназистар класс етәкселәре Гөлнара Рәжәп ҡыҙы һәм Лилиә Бәкир ҡыҙы менән беҙҙе сағыу, тантаналы концерт менән һөйөндөрҙө.
Уҡыусыларыбыҙ береһенән-береһе матур шиғырҙар һөйләнеләр, күңелле йырҙар йырланылар һәм дәртле бейеү башҡарҙылар.

Гимназист исемен ғорур йөрөтөгөҙ, ҡәҙерле беренсе класс уҡыусылары!


Возврат к списку